Өфөлә яңы йәмәғәт биләмәһе асылды

Өфөнөң күркәм юбилейына яңы йәмәғәт биләмәһе. Бөгөн ул тантаналы шарттарҙа баш ҡаланың Киров районында асылды. Скверҙы хәҙер ете башҡорт ырыуы тамғалары һүрәтләнгән таштар, милли уйын ҡоралы - ҡурайҙы һынландырған арт-объект биҙәй. Ҡурайҙан сәғәт ваҡытын, башҡорт халыҡ көй-моңдарын да ишетергә мөмкин. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Башҡорт халыҡ көйө Өфөнөң тотош Ленин урамын сихри моңға сорнаны. Данлыҡлы ҡурайсылар бөгөн үҙҙәрен донъя кимәлендә танытҡан милли уйын ҡоралына мәҙхиә башҡарҙы. Өфө үҙәгендә асылған яңы арт-объектты улар ихлас сәләмләне.

Әйткәндәй, баш ҡала юбилейы көнөндә Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге сығышы көтөлә. Йәғни өр-яңы ансамблдең йылъяҙмаһы Өфөнөң 450 йыллығы билдәләнгән тантаналы мәлдә башлана. Өфө үҙәгендә меценаттар ярҙамында файҙаланыуға тапшырылған яңы йәмәғәт биләмәһе кеүек үк.

Проект өҫтөндә эш йыл ярым самаһы алып барылһа ла, төҙөлөш тиҙ арала тамамланған. Йәмәғәт биләмәһендәге кәрәҙгә оҡшатып эшләнгән эскәмйә, ете ырыу тамғалары баҫтырылған таштар кискеһен төрлө төҫтәр менән балҡый.

Азат Ғәлиуллин