Иглин районы Пятилетка ауылында яңы модулле ФАП асылды

Ауыл ерендә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты. Иглин районы Пятилетка ауылы халҡына хәҙер яңы бинала медицина ярҙамы алырға мөмкин. 30 йылға яҡын улар ябай көнкүреш уңайлыҡтары булмаған бүлмәлә хеҙмәтләндерелгән: һыуҙы ҡоҙоҡтан алғандар, бина утын менән йылытылған. Яңы модулле ФАП «Сәләмәтлек» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы ярҙамында төҙөлә. Хәҙер бында тәүге ярҙамды 4 ауылда йәшәүсе 300-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән 43 бала аласаҡ.

Пятилетка ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты быйыл Иглин районында асылған бишенсе медицина учреждениеһы. Яңы объектта прививка яһатырға, табиптан консультация алырға, ҡан баҫымын үлсәтергә һәм башҡа процедуралар алырға мөмкин. ФАП-тың асылыуына айырыуса урындағы халыҡ ҡыуана. Сөнки быға тиклем улар йыш ҡына район үҙәгендәге поликлиникаға ла йөрөгән. Әйткәндәй, яҡын киләсәктә Сыуаш-Ҡыбау һәм Таутөмән ауылдарында ла ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә. Йыл аҙағына тиклем Иглин районында тағы ла биш яңы медицина учреждениеһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ.