Өфөнөң юбилейына республика халҡы һәм уның ҡунаҡтары өсөн Башҡортостан буйынса белешмә әҙерләнгән

Өфө 450 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Мөһим ваҡиғаға әҙерлек сиктәрендә Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты туристарға һәм урындағы халыҡҡа Өфөнөң генә түгел, тотош республиканың тарихы, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындары менән танышырға ярҙам итәсәк белешмә әҙерләне. Уның төп маҡсаты - төбәктең бай тарихы һәм мәҙәниәте менән уртаҡлашыу. Белешмәне уҡыусылар республика райондары, баш ҡала, билдәле объекттар тураһында мәғлүмәт таба ала. Шулай уҡ белешмә биттәрендә “Салауат ере” тарихи-мемориаль паркы, Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге кеүек яңыраҡ асылған туристик локациялар урын алған.

Йыш ҡына Юнесконың төрлө йылдарҙа баҫтырылған белешмәләрен осратабыҙ. Әлбиттә, улар сағыу, бай йөкмәткеле. Ләкин яңы туристик объекттар асылыу менән белешмәне лә яңыртыу ихтыяжы тыуҙы. Ул ике телдә - инглизсә һәм русса донъя күрҙе. Башҡортостан буйынса белешмәне республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты сайтында табырға мөмкин. Шулай уҡ һатыуға ла сығарыу күҙаллана.

Рената Лоҡманова, Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты башҡарма директоры