Баш ҡаланың 450 йыллығына бәйле төп саралар бөгөн башлана. “Арт-Квадрат” майҙансығында “Әйҙә Фест” тигән урам театрҙары фестивале асыла. Рус драма театры бинаһы алдында Бөтә Рәсәй тынлы оркестрҙар фестивале уҙа. “Торатау” Конгресс-холы амфитеатрында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале башлана. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам саралары үткән майҙандар янындағы урамдарҙа транспорт хәрәкәте туҡтатыла. Халыҡҡа маршруттарын алдан хәстәрләргә кәңәш ителә.