Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе мотлаҡ уҡытыла, шулай уҡ “Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре тигән яңы фән индерелә. Бынан ары уҡыусыларға дәрес ваҡытында мобиль телефон ҡулланыу законға ярашлы сикләнә. 1 сентябрҙән республикала күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары ҡала йәмәғәт транспортында түләүһеҙ йөрөй ала. Яңы уҡыу йылынан бөтә белем биреү ойошмалары биналары йәки биләмәләрендә дәүләт флагы мотлаҡ ҡуйылырға тейеш. 2 сентябрҙә, Белем көнөндә, республикала алкоголь эсемлектәрен һатыу сикләнә.