Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Юбилей уңайынан баш ҡалаға  сит ил ҡунаҡтары килә. Тантанаға саҡырылғандар исемлегендә Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Аслан Бжания, Беларусь премьер-министры Роман Головченко бар. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан рәсми делегациялар, төбәктәр, ҙур ҡалалар башлыҡтары килеүе көтөлә.    Бөгөн баш ҡалала төп юбилей обьекттарының береһе “Көрәш һарайы” асыла.   “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы янында “Ваҡыт капсулаһы” һалына.  Байрам саралары Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында ойошторола. Ете райондың һәр береһе үҙ программаһын әҙерләгән.