“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан филиалына яугирҙәрҙән 58 мең ярым заявка ҡабул ителгән. Үҙәк былтыр июндә асылды. Мөрәжәғәттәрҙә күрһәтелгән проблемаларҙың 55 меңгә яҡыны хәл ителгән. Республика ҡала һәм райондарында социаль координаторҙар эшләй. Махсус хәрби операция ветерандары ла был эшкә йәлеп ителә. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ошо турала белдерҙе. “Һәр яугиргә һәм ветеранға ваҡытында ярҙам күрһәтелә”, - ти Гөлнур Ҡолһарина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостанда хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филалы Өфөлә Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.