6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостанда «Рәхмәт-2024» акцияһы буйынса ҡиммәтле приздар уйнатыла. Унда ҡатнашыу өсөн куар-билеттар һайлау участкаларына килеп гражданлыҡ бурысын үтәүселәргә тапшырыла. һәр ғаилә ағзаһына, шул иҫәптән балаларға ла бирелгән билеттарҙы рахмат102.рф. сайтында теркәргә кәрәк. Акцияла ҡатнашыусылар 330-ҙан ашыу ҡиммәтле приз, шул иҫәптән квадроциклдар, мотоциклдар, велосипедтар, электросамокаттар, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы ота ала. Приздар 6, 7, 8 һәм 13 сентябрҙә уйнатыла.