Өфөнөң Дуҫлыҡ монументына ҡаршы Ағиҙел буйында төҙөлгән колоннада Республика көнөндә, 11 октябрҙә асыласаҡ. Бөгөн объектта төҙөлөш барышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия президенты Аслан Бжания ҡараны. Абхаз республикаһы президенты Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы сараларында ҡатнаша. Сухум ҡалаһындағы колоннада күсермәһе тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Ағиҙел буйындағы Колоннада Өфөнөң йылға ҡапҡаһы буласаҡ. Башҡортостан менән Абхазия дуҫлығы хөрмәтенә колоннаданың нигеҙенә тәүге таш 2023 йылдың 11 октябрендә һалынды. Ағиҙел яр буйындағы Колоннада-1949 йылда Сухумда Ҡара диңгеҙ буйында төҙөлгән коллоннаданың теүәл күсермәһе.
Өфөнөң туристик картаһында яңы объектты һалыу өсөн төҙөүселәргә Сухумдағы колоннаданы 3д скан эшләп проект төҙөргә тура килгән. Яңы колоннада- ике яҡтың дуҫлығын нығытыуға һәйкәл тине, Аслан Бжания.
22 колоннанан торған ҡоролманың бейеклеге 12,оҙонлоғо 30, киңлеге 6 метр . Конструкцияның нигеҙен ун метр тәрәнлеккә төшкән 40-тан ашыу быраулау свайҙары тәьмин итә. Өс мең таштан торған колоннада элементтары ҡул менән нығытыла, объектта 24 монтажсы эшләй, көмбәҙ ҡуйыласаҡ. Төҙөүселәр әйтеүенсә, колоннада быуаттар буйына торасаҡ һәм уның өсөн атмосфера күренештәре ҡурҡыныс түгел.
Абхазияла уның өҫкө өлөшө бетондан, Өфөлә тәбиғи таш менән көпләнгән бетондан эшләнгән. Башҡортостан менән Абхазияны күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Яҡтар төрлө өлкәләрҙә - сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, медицина, туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итә.
Рәмилә Исмәғилева