Республика йортонда Абхазия Президенты Аслан Бжания менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибендә-халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Башҡортостан башлығы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең юғары потенциалын билдәләне һәм алдағы йылдарға бәйләнештәрҙе киңәйтеү буйынса юл картаһын әҙерләү тураһында белдерҙе.