Өфөлә махсус операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә мемориал асылды

Донбасты нацизмдан яҡлап Ватан өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән хәрбиҙәргә хөрмәт йөҙөнән ул Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының уҡыу корпусы алдына ҡуйылды. Тантанала вуз хеҙмәткәрҙәре, студенттар, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусылар һәм яуҙа һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары ҡатнашты. Салауат Ғаязовтың әсәһе улының үҫмер сағында уҡ хәрби булырға теләүе һәм хәрби-патриотик клубҡа инеүе тураһында һөйләне. Мәктәпте тамамлағас, ВЭГУ-ның юридик факультетына уҡырға ингән. Махсус хәрби операция башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа киткән. Яугир былтыр 10 сентябрҙә махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған. Салауат Ғаязов хәрби антына тоғро ҡалып, хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән.

Беҙҙең халыҡ электән ил тыныслығы өсөн йәнен аямаған батырҙарҙы онотмай. Йәш быуынға тағы шундай яҙмыш тура килгән икән, берҙәм булырға тейешбеҙ. Уларҙы хөрмәтләп иҫкә алыу беҙҙең бурыс.

Евгений Миңлебаев, Көнсығыш иҡтисади -юридик гуманитар академия ректоры

Улым йәштән хәрби юлды һайлап «Зәңгәр береттар» хәрби- патриотик клубына йөрөнө. Кавказда хеҙмәт итте. Ул үҙен тик хәрби өлкәлә күрҙе. Ғүмерен дә шуға бағышланы.

Галина Бичурина, Салауат Ғаязовтың әсәһе