Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контрактты 60 йәшкә, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеүгә элек хеҙмәт итмәгән, әммә юғары йәки урта профессиональ белем алған граждандар ҙа ҡул ҡуйырға хоҡуҡлы. Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән Башҡортостан хәрбиҙәренә федераль түләүҙәр менән бергә бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса түләнә.

Хәрби контракт төҙөргә теләүселәр экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтырата ала. Шулай уҡ үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуапты «Минең документтарым» Күп функциялы үҙәге офистарында белешергә мөмкин. Һайлап алыу пункты номеры 248-29-31. Өфө коды 347.

Башҡортостанда «Рекрут» проекты ла һөҙөмтәле эшләп килә. Теләгән һәр кем контракт хеҙмәте тураһында аңлатыу эше алып барырға хоҡуҡлы. Рекрутсыға һәр контракт төҙөүсене алып килгәнгә 50 мең һум кимәлендә аҡсалата түләү ҡаралған.