Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Ваҡыт капсулаһы» һалынды

Тыуған илгә, Өфөгә ҡарата һөйөү йылдар аша һаҡланып, көсәйергә тейеш. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы уңайынан «Ваҡыт капсулаһы» һалынды. Унда киләсәк быуындарға мөрәжәғәттән тыш, бөгөнгө заманды сағылдырған 80-дән ашыу артефакт һалынған. «Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһы эргәһендә уҙғарылған тантананан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ярты быуаттан һуң ғына асыласаҡ «Ваҡыт капсулаһы»нда киләсәк быуындарға мөрәжәғәт яҙылған. Текстың тулы йөкмәткеһе сер итеп һаҡлана. Капсулаға урындағы етештереүселәрҙән сувенирҙар, бөгөнгө Өфө тураһында туристик буклеттар, баҫма продукция, легендар йырҙар менән дисктар, Башҡортостан спорт клубтары атрибутикаһы ла һалынған.

Капсула Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә тутыҡмай торған ҡоростан эшләнгән. Ауырлығы буйынса 130 килограмм булһа, бейеклеге 120 сантиметр. Капсуланы япҡандан һуң, беренсе гайка бороу хоҡуғы Рәнүс Насретдиновҡа бирелде. Был осраҡлы түгел. 1974 йылда, Өфөнөң 400 йыллығы уңайынан ойошторолған комсомолдар һәм йәштәрҙең тантаналы митингында, тап ул «ваҡыт капсулаһы»н һалыуҙа ҡатнашҡан. Ярты быуаттан һуң, быйыл 12 июндә - мөрәжәғәт халыҡҡа еткерелә.

Гайкаларҙы нығытып ҡуйыу буйынса яуаплы бурыс Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа ла йөкмәтелде. Шулай уҡ баш ҡаланың алдынғы мәктәп уҡыусылары, Халыҡ-ара олимпиада еңеүселәре, билдәле спортсылар һәм йәш пар ҙа «Ваҡыт капсулаһы»н һалыуҙа ҡатнашып, бәхетле исемлеккә инде.

Тантанала Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм илдең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән килгән почетлы ҡунаҡтар сығыш яһап, Өфөнөң 450 йыллыҡ оло юбилейына бәйле ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Тиҙ үҫешкән заманса ҡала Рәсәйҙең сәнәғәт, фәнни, мәғариф һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнде. Бында йәшәүе лә, эшләүе лә, белем алыуы ла уңайлы.

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ваҡыт капсулаһы»н һалыу тантанаһынан тәьҫораттары менән уртаҡлашып, киләсәк быуындарға һалынған мөрәжәғәттең төп мәғәнәһе менән уртаҡлашты.

Өфөм, юбилейың менән! Үҫеш юлында бул! Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙың теләктәре уртаҡ! стела эргәһендә ошондай открыткалар тултырылды. Был ҡотлауҙар өфө аллаһы тарихы музейында һаҡланасаҡ.

Күләмле байрам саралары шаһиты булыу - үҙе бер бәхет. Майҙанға йыйылған халыҡтың кәйефе күтәренке.

Ә инде ергә төшөрөлгән «Ваҡыт капсулаһы» бетон плита менән ҡапланды һәм урынына бәләкәй үлсәмдәге символик капсула ҡуйылды. Быуындар араһында эстафета дауам итә. 2074 йылда өфөләр «ваҡыт капсулаһы»н асҡанда, беҙ башҡарған бөгөнгө эштәр менән ихлас ғорурланырға тейеш тине, төбәк етәксеһе лә.

Гөлназ Хәйбуллина