Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында тантаналы саралар Рәсәй геройы, легендар командир Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Байрамда республикаға килгән ҙур ҡунаҡтар: Рәсәй президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Абхазия республикаһы президенты Аслан Бжания, Белоруссия республикаһы премьер- министры Роман Головченко, Ҡаҙағстан сәнәғәт һәм төҙөлөш министры Канат Шарлапаев, Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шаукатжон Абдуразаҡов һәм башҡалар ҡатнашты.
Делегация вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ветерандар , хеҙмәт алдынғылары, ҡунаҡтар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Республика район-ҡалаларында йәшәүселәр ҙә Өфөнө тәбрикләп байрам сараларында ихлас ҡатнашты.