Өфө тарихи юбилейын яңы, мөһабәт спорт объекты менән ҡаршы алды. Бөгөн баш ҡалала уникаль архитектуралы Көрәш һарайы үҙ ишектәрен асты. 28 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләгән бинала 3 меңдән ашыу тамашасыға иҫәпләнгән универсаль зал, спорт көрәше мәктәбе, 18 келәмле 5 көрәш майҙаны, бассейн, конференция залы урын алған. Белорусия, Абхазия, Ҡаҙағстан һәм башҡа дәүләттәрҙән килгән ҡунаҡтар, билдәле спортсылар Көрәш һарайының кимәлен юғары баһаланы. Заманса объект халыҡ-ара талаптарға яуап бирә һәм ил, донъя кимәлендәге спорт ярыштарын ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк.
4 йыл элек кенә ташландыҡ ятҡан майҙанда бөгөн оло тантана. Халыҡ-ара кимәлдәге мөһабәт, заманса Көрәш һарайы ишектәрен аса. Спорт объекты Республика башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлә. Коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция менән бәйле эш бер аҙ тотҡарлана, әммә туҡтатылмай. Көрәш һарайын төҙөү минең хыялым ине, тине Башҡортостан башлығы.
Көрәш һарайы 28 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй, бында көрәштең барлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеү, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар уҙғарыу өсөн бат уңайлыҡтар ҡаралған. Залдарҙа профессиональ спортсылар ғына түгел, һәр кеше-өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә ала.
Көрәш һарайының залы һыйҙырышлығы буйынса «Өфө-Арена» спорт һарайынан ғына ҡалыша. Амфитеатрлы универсаль зал бер юлы 3 мең 400 тамашасыны ҡабул итә ала. Бында көрәштең төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр ҙә, спортсыларға ял-реабилитация үҙәктәре лә ҡаралған.
Спорттағы ҡаҙаныштар оҙайлы һәм даими эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Чемпиондар әҙерләү өсөн шөғәлләнеүселәрҙән ныҡышмалылығы ла, тренерҙарҙың оҫталығы ла талап ителә. Ә иң мөһиме-уңайлы шарттар.
Көрәш һарайы проекты менән генә түгел, архитектура ҡоролошо менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Спорт объектын һис шикһеҙ Өфөнөң йөҙөн билдәләгән объект тип әйтеп була.
Көрәш һарайы ғәҙәти стадиондарҙан, спорт комплекстарынан айырыла. Был мөһабәт объект ысынлап та, хан һарайы һымаҡ. Коллоналар, архитектура элементтары, скульптура композициялары менән. Коллоналар ғына бында 52, һәр береһенең бейеклеге 10 метр. Ә барельефтарҙағы һүрәттәр, спортсыларҙың һындары көрәштең биш төп төрөн сағылдыра, грек рим, ирекле, самбо, дзюдо һәм милли көрәш. Уларҙа көрәштең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташыуын да күрһәтә.
Скульптура ансамбле һәм барельефтар авторы билдәле архитектор Салауат Щербаков. Спорт кешелә характер тәрбиәләй, был ижад емештәре көслө рухҡа һәйкәл, ти ул.
Башҡортостандың ғына түгел, тотош Рәсәйҙең ғорурлығы. Өфө көрәш һарайы быйыл көҙә ил кимәлендәге күләмле сараларҙы ҡабул итә лә инде.
Спорттағы еңеү-ҡаҙаныштарҙың да, һәр эштең башланғысында ла дөрөҫ ҡоролған уй-ниәт ята. Радий Хәбировтың хыялы Өфөлә мөһабәт көрәш һарайы төҙөүгә нигеҙ һала. Спорт объектын асыу тантанаһында зәңгәр киңлектәргә күтәрелгән һауа шары ла тормошға ашҡан ошо хыялдың сағылышы һымаҡ.
Рәмзиә Кәримова