Боҙ урынында заманса ҙур сәхнә, театрлаштырылған тамаша , ә хоккей көйәрмәндәре урынында юбилейҙа ҡатнашыусылар. Баш ҡаланың тыуған көнө уңайынан Өфө- арена боҙ һарайында байрам саралары уҙа. Унда килеүселәр шулай уҡ баш ҡала етештереүселәренең ҡаҙаныштары менән таныша ала. Майҙанда БЮТ ижади төркөмө эшләй. Һүҙ БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилеваға.
Бында Өфөнөң ете районының сәнәғәт, сауҙа предприятиелары, эшҡыуарҙар етештергән тауарҙар күргәҙмәгә ҡуйылған.
Бер майҙанда машина етештереүселәр ҙә, милли биҙәүес яһаусылар ҙа бар. Бик күптән эшлләп килгән ойошмалар һәм яңы ғына асылған,әммә Башҡортостанды донъяға танытҡан йүнселдәр үҙ тауарын тәҡдим итә.
Өфө арена боҙ һарайы эсендә иһә бөгөн баш ҡала халҡы һәм уның ҡунаҡтары өсөн Ваҡыт йылғаһы театрлаштырылған тамашаһы уҙа.
Тамашала яҡтылыҡ шоу ҡаралған, баш ҡаланың 450 йыллығы уңайынан әҙерләнгән программа һә кемгә байрам кәйефе бүләк итә һәм быуаттар буйы барған мөһим ваҡиғаларға алып ҡайта.
Рәмилә Исмәғилева