Өфө юбилейы уңайынан Рус драма театры алдында байрам фестивале асылды

Сара сиктәрендә баш ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа ойошторолдо. Сәхнәләштәрелгән тамашала Өфө ҡәлғәһе төҙөлөүҙән алып бөгөнгө көнгә тиклемге тарихи ваҡиғалар күрһәтелде. Өфөлә тыуған күренекле шәхестәр - Сергей Аксаков, Федор Шаляпин, Михаил Нестеревтың тормош юлы иҫкә алынды, баш ҡалала урынлашҡан ҡеүәтле предприятиелар эшмәкәрлеге яҡтыртылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә хәйриә акцияһы үткәрелде.

Кискә тиклем дауам иткән фестивалдә тиҫтәләгән сәхнә оҫтаһы сығыш яһаясаҡ. Концертты Рәсәйҙең халыҡ артистары Дмитрий Харатьян менән Екатерина Гусева алып бара, Төнгө сәғәт 10-да билдәле йырсы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газмановтың концерты үтә. Фестивалдә Айҙар Ғәлимов, Гүзәл Уразова кеүек танылған йырсылар сығыш яһай.