Был баҫма менән Республика Фәндәр Академияһында таныштырҙылар. Мортаза Рәхимов тураһында энциклопедия бер йылда әҙерләнгән. Бында 550 мәҡәлә урын алған, республиканың тормошо һүрәтләнгән. Мортаза Рәхимов 1993 йылдан 2010 йылға тиклем Башҡортостан етәксеһе булды.