- Бөгөн ат үрсетеү менән шөғөлләнеүселәр өсөн һәр төрлө мөмкинлек бар. Ташламалы кредит, техника, иген, һөт өсөн субсидия, гранттар бирелә, тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Республикала 128 мең йылҡы бар. Был - ил төбәктәре араһында икенсе күрһәткес. Башҡортостан ҡымыҙ етештереү буйынса лидер булып тора.