Өфөлә Затон шоссеһында ремонт эштәре башланды

Ленин районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, “Дортрансстрой” ойошмаһы Затон күперенән алып ҡулсаға тиклемге участкала асфальттың өҫкө ҡатламын алмаштыра. Юл хеҙмәттәре ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ өсөн ғәфү үтенә һәм маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш итә. Өфөлә милли проект буйынса 30 километр самаһы  юл ремонтлана.