Башҡортостан Ҡытайға 3 мең тоннаға яҡын көнбағыш майы оҙатҡан

Көйөргәҙе районы Маяҡ ҡасабаһының май һығыу заводында етештерелгән продукция лабораторияла экспертиза уҙған, барлыҡ талаптарға яуап бирә, тип белдерәләр Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан. Йыл башынан алып ведомство Ҡытайға эспортҡа ебәрелгән 7 мең тоннаға яҡын көнбағыш майына 300-ҙән ашыу фитосанитар сертификат тапшырған.