Йүгеректәр ҡаланың үҙәк һәм тарихи урамдары аша үтә. 2, 5, 10, 21, 42 километр арауыҡта көсөн һынағандарҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә. Спорт байрамы барышында хәйриә акцияһы үткәрелә. Марафон 10-сы тапҡыр ойошторола. Үткән йылда унда 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, быйылғыһы 22 сентябрҙә уҙа.