Радий Хәбиров республика халҡын Белем көнө менән ҡотланы

Бөгөн Рәсәйҙә яңы уҡыу йылы башланды. Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, уҡыусылар мәктәпкә 2 сентябрҙә барҙы. Республика халҡын Белем көнө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Республикала 47 мең 836 беренсе класс уҡыусыһы өсөн бөгөн тәүге мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Быйыл бөтәһе 524 мең 887 бала уҡырға килде. Уларҙың ике йөҙө Донбасс, Белгород һәм Курск өлкәләренән. Уҡыусыларҙы, студенттарҙы, ата-әсәләрҙе, уҡытыусыларҙы һәм мәғариф системаһы вәкилдәрен Белем көнө менән ихлас ҡотлайым! Алда бай уҡыу йылы. Ул иң яҡшыһы булһын, өмөттәр аҡланһын. Байрам менән, барыһына ла уңыштар!, тиелә Башҡортотсан башлығы ҡотлауында.