Белем усағы бөгөн 1500 уҡыусыны ҡабул итте. Степан Кувыкин урамындағы 1990 йылда төҙөлгән мәктәптә быға тиклем бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Күләмле төҙөкләндереү «Мәктәптә белем биреү системаһын модернизациялау» федераль проекты буйынса алып барылған. Бина ҡыҫҡа ваҡытта төҙөкләндерелә. Эшселәр биш ай эсендә кабинеттарҙы, түбәләрҙе алыштырған, яңы инженер селтәрҙәре үткәргән. Мәктәптең ҡыйығы ла тулыһынса яңыртыла, фасады керамогранит менән көпләнгән. Ремонт эштәре өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.