Бөгөн беренсе класҡа барыусыларҙың 160-ын Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбе ҡабул итте. Яңы уҡыу йылына тиклем балалар тәүге уҡытыусыһы менән танышып та өлгөргән. Улар йыл дауамында әҙерлек мәктәбен үтеп, сентябргә тиклем хәреф танырға, һандарҙы ҡушып-алырға өйрәнгән. Әйткәндәй, Шамонин ауылы мәктәбендә йыл һайын уҡыу йылы башланған көндә башҡарылған йола быйыл да үтәлде. Беренселәрҙе тәжрибәле, мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусылар ҡабул итте.