2018 йылда урындағы халыҡ Радий Хәбировтың эш сәфәре барышында белем усағын яңыртыуҙы һорағайны. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса иҫке ағас биналар һүтелеп, уларҙың урынына күп функциялы социаль объект ҡалҡып сыҡты. Хәҙер бер бинала мәктәптән тыш, балалар баҡсаһы менән сәнғәт мәктәбе лә урынлашҡан. Яңы белем биреү усағын асыу линейкаһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова булды.
Гөлләмәләр артында етди ҡараш йәшенә. Бөгөн улар өсөн тормош китабының яңы бите асыла. Ете малай-ҡыҙ беренсе тапҡыр яңы мәктәп тупһаһына аяҡ баҫа. Ошо көндәрҙә төҙөлөп бөткән белем биреү усағына улар тәүгеләрҙән булып инде.
Яланшишмә ауылы өсөн бөгөнгө линейка айырыуса тулҡынландырғыс. Быға тиклем уҡыусыларға айырым торған иғке ағас йорттарҙа уҡырға тура килгән. Уларҙың береһе яҡынса 100 йыл элек төҙөлгән. 2018 йылдың декабрендә Радий Хәбиров эш сәфәре барышында урындағы халыҡ менән аралаша, уларҙың яңы мәктәп тураһындағы хыялын тормошҡа ашырырға вәғәҙәләй.
Ағас йорттар тулыһынса һүтелә. Яңы бина маҡсатлы программалар фонды, бағыусыдар ярҙамында ҡалҡып сыға. Төҙөлөш ваҡытында уҡыусылар тәүҙә Семен-Маҡар ауылына, аҙаҡ ике йыл Һыуыҡҡул мәктәбенә йөрөп уҡый. Яңы белем усағы менән бер ҡыйыҡ аҫтында 20 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы һәм сәнғәт мәктәбе урынлашҡан.
Әле туғыҙ йыллыҡ мәктәптә 41 бала белем аласаҡ. Улар өсөн заманса, яҡты кабинеттар, ашхана төҙөлгән. Трансформер спорт залы дәрестәрҙән һуң тамашалар залы ролен үтәйәсәк. Биләмәлә балалар һәм спорт майҙансыҡтары ла бар.
Әлфинә Килдейәрова