Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында бөгөн «Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатын асыу тантанаһы үтте. Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 26 команда ҡатнаша. Чемпионат йәш белгестәргә юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында алған белемдәрен практик кимәлдә һынау мөмкинлеген бирә. Бының өсөн республикала махсус майҙансыҡтар әҙерләнгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәхнәлә башҡорт риүәйәттәренә нигеҙләнгән сығыштар. Халыҡ ижады кемде генә йәлеп итмәй. Шул иҫәптән геологтарҙы ла. «Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан йыр-бейеү менән ҡаршы алды.
Чемпионат Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында һәм Ғафури районында үтә. Унда Рәсәйҙең 15 төбәгенә һәм сит илдәрҙән 26 команда көс һынаша. Улар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография кеүек ярыштарҙа һынау тота, үҙ проекттарын яҡлай.
Йәш геологтар ярышын илдең абруйлы ғалимдары һәм ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә эшләүсе эксперттар баһалай. Ойоштороусылар чемпионаттың Башҡортостан өсөн мөһим булыуын билдәләй.
Ил кимәлендә ойошторолған геология чемпионатының тап Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел. Сөнки ер аҫты байлыҡтары күп булған төбәктә уҙған сара бик күп проблемаларҙы хәл итеү менән бер рәттән, ҡаҙылма байлыҡтар менән файҙаланыуҙы яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеге лә булып тора.
Азат Ғәлиуллин