Ике республиканың дуҫлығын сағылдырыусы бүләкте Ҡарағалпаҡстан Министрҙар советы рәйесенең туризм, мәҙәни мираҫ һәм киң коммуникациялар буйынса урынбаҫары Рәсүл Зарикеев тапшырҙы. Быйыл Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек айырыуса йылдам үҫешә. Тәүге ярты йыллыҡта тауар әйләнеше былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 30 процентҡа артҡан. Шулай уҡ мәҙәни бәйләнештәр ҙә нығына. Ҡарағалпаҡтар бүләк иткән тирмә лә быға дәлил.
Тирмә Үзбәк халҡының традицион торлағының заманса һынландырышы. Уның эсендә милли кейемдәрҙә манекендар, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, музыка ҡоралдары урын алған. Ул архитектур ҡоролма ғына түгел, ә тотош бер милләт, күскенсе халыҡ символы.