«Беҙ бергә» йыр фестивале йола буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Гагарин» ял һәм мәҙәниәт паркында үтте. Алтынсы тапҡыр ойошторолған сара хаҡында киләһе яҙмала.
Алтынсы тапҡыр үткәрелгән «Беҙ бергә» фестивалендә икеләтә дәрт, икеләтә илһам! Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айҙар һәм Алмас Юнысовтар байрам ҡунаҡтарына күңелле йырҙарын бүләк итте
Фестивалдә уйнап-көлөп, йырлап-бейеп күңел асыр өсөн генә йыйылманы Юлдаштар, уларҙың маҡсаты махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеү.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәгенән Юрий Орда бындай ярҙам егеттәребеҙгә бик кәрәк, тип белдерҙе. Был тәҡдимде республика йондоҙҙары ла дәррәү күтәреп алды. Яугирҙарға ярҙам итеү улар өсөн изге бурыс һанай.
Йыр-моң байрамында йыйылған 100 мең һумға аҡса Махсус хәрби операция биләмәһенә радиоэлектрон көрәш сараларын алыуға тапшырылды. Беҙ бергә! Берҙәмлек менән көслө! Матур йолаға әйләнгән осрашыу баш ҡала, белем байрамына тура килеүе халыҡты тағы ла яҡынайтты, берләштерҙе.
Сәриә Рамазанова, Венер Фәйзуллин