Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе конкурс башланыуы тураһында иғлан итте. Төбәк етәксеһе был турала социаль селтәрҙәрҙә яҙҙы.
«Кешеләр өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ, подъездарҙы ремонтлау һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса бик кәрәкле программалар тормошҡа ашырыла. Һәм, әлбиттә, халыҡтың да инициатива күрһәтеүен теләйбеҙ» тип билдәләгән Радий Хәбиров. «Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объекты конкурсы алтынсы тапҡыр ойошторола. Унда 12 номинация, уның йомғаҡтары буйынса комиссия Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында иң яҡшы йорттарҙы, подъездарҙы, йорт яны биләмәләрен һайлай. Конкурс еңеүселәре 75 меңдән 750 мең һумға тиклем премия аласаҡ, уны артабан төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин. Ғаризалар 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр йыл аҙағында иғлан ителә.