Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров мәҙәниәт министрлығына төбәктә мәҙәниәт һарайы төҙөү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты. Кисә эш сәфәре барышында урындағы халыҡ 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалала концерт майҙансығы булмауына зарлана. Иң ҙур концерт залы, 450 урынлыҡ, музыка колледжы бинаһында була, һәм ул да өс йыл элек реконструкцияға ябыла. Был хаҡта һөйләшеүҙәр 2000 йылдарҙан алып барыла. Яңы объект төҙөү өсөн ҡала үҙәгендә уңайлы участка бар . тине Башҡортостан башлығы.