Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөү дауам итә

Ватан һағына баҫырға теләүселәр Өфө ҡалаһы Революция урамында урынлашҡан һайлау пунктына мөрәжәғәт итә ала. Граждандың үҙе менән паспорт, хәрби билет, СНИЛС, ИНН һәм банк картаһы реквизиттарын алыу мотлаҡ. Доброволец өсөн талаптар: ир-егеттәр 18 йәштән 65 йәшкә тиклем, дөйөм урта белемле , һаулығы А, Б, В категорияяһына яуап бирергә тейеш. Хәрби комиссариаттың һайлау пунктында контракт төҙөргә теләүселәр медицина тикшеренеүе үтә, бөтә һорауҙар буйынса ла инструкторҙар ярҙам итә. Документтарҙы Күп функцияла үҙәк йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ла тапшырырға була. Һорауҙар буйынса 117 йәки 122 номерҙары буйынса шылтыратырға мөмкин.

 Хәрби хеҙмәткә алынған гражданин өсөн Башҡортостан башлығынан 43 социаль льгота ҡаралған. Бынан тыш, матди ярҙам да тапшырыла. 10 июлдән бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр суммаһы 1 миллион 205 мең һумға тиклем арттырылды. Унда Оборона министрлығы, Башҡортостан башлығы һәм Өфө хакимиәтенән түләүҙәр инә. Райондарҙа сумма бәләкәйерәк булыуы ихтимал.

Фәдис Солтанов, Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктының тест һәм профориентация үткәреү офицеры