«Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күргән хәрби техниканы тергеҙә

Нығытырға һәм һаҡларға. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының ремонт ротаһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күргән хәрби техниканы тергеҙә, уларға дронға ҡаршы селтәр һәм бронелистар йәбештерә. Алғы һыҙыҡта бындай һаҡланыу сараларын ҡулланыу һөҙөмтәле. Был ҡулайламалр яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә. Сериялы автомобилдәрҙең тәгәрмәсле ҡәлғәгә әүерелеүе хаҡында киләһе яҙмала.

Асыҡ һауалағы оҫтахана ял һәм байрам көндәрһеҙ эшләй. Ҡатмарлы ремонт талап ителгән техника ла бында оҙаҡ тормай. Бынан тыш, «Башҡортостан» полкы ремонт ротаһы яугирҙары хәрби Камаздар, Уралдар, танктар һәм хәрби пехота машиналары өсөн дрондан һаҡлаусы селтәрҙәр әҙерләй. Улар камикадзе һөжүменән һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙ арала алғы һыҙыҡтағыларға тапшырыла.

Хәрби техниканың алды, ҡыйығы, капоты селтәр менән ябыла. Кабинаның артҡы стенаһын тимер лист менән нығытыла, шулай уҡ ике бензин багы ла ныҡлы йәшерелә. Дрон осоп килгәндә , селтәргә ҡаҡлығып осоп китә, алыҫтараҡ шартлай, техника эсенә үтеп инә алмай, тиҙәр һалдаттар. Улар оператив һәм сифатлы эшләй. Һәр береһенең тиерлек гражданкала автомобилдәрҙе ремонтлау һәм иретеп -йәбештереү тәжрибәһе булған.

Ремонт ротаһында төрлө йәштәге яугирҙар хеҙмәт итә. «Хан»ҡушаматлыһы иң тәжрибәле һанала. Йәштәргә белгәнен өйрәтеүҙән тыш, үҙе лә уларҙан күп нәмәгә өйрәнә. Улар бер туғандар кеүек йәшәй.

«Мангал» тип аталған һаҡлау ҡклайламаһын камазға оҫталар бер нисә сәғәт эсендә иретеп -йәбештерә. Бында һәр кем үҙ эшен биш бармағылай яҡшы белә. Алғы һыҙыҡтағы полкташтары алдында яуаплылыҡты аңлай. Шуға күрә лә һәр береһе эшен намыҫ менән һәм етеҙ башҡара.

Алғы һыҙыҡта һалдаттар ғүмере ремонт ротаһының оператив һәм сифатлы эшенә туранан-тура бәйле.Был машиналарҙа шәхси составты ғына түгел, ә снарядтарҙы ла алғы һыҙыҡҡа алып баралар. Улар дрондар һөжүменән ни тиклем етди һаҡлаһа, хәрбиҙәр алдында ҡуйылған бурыс та шул тиклем уңышлы үтәләсәк.