Бина Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашырған «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса төҙөлгән. Белем байрамында яңы белем усағы тәүге уҡыусыларын ҡабул итте. Тантанала төҙөлөштә ҡатнашыусылар һәм уҡытыусылар ҙа бүләкләнде. Башланғыс мәктәп өр-яңы заманса техника, компьютерҙар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, бәләкәй класс уҡыусылары өсөн спорт майҙансығы ла төҙөлгән.