Башҡортостанда уҡыусылар өсөн «Кесе Ватан - ҙур ил» этнографик уйыны дауам итә

«Тархан» туроператоры директоры Илдар Бикҡужиндың проекты 2023 йылда башланғайны. Уның эшен тормош иптәше һәм «Беренселәр хәрәкәте» балалар һәм үҫмерҙәр ойошмаһы алып бара. Тәүге уйында республика райондарынан 4000 уҡыусы ҡатнашҡан. Уйын быйыл төбәк-ара кимәлгә сыҡҡан: Башҡортостанға Мәскәү, Свердловск һәм Воронеж өлкәләре, Шулай уҡ Мәскәү ҡушылған. Былтырғы еңеүсе командалар өсөн илдең баш ҡалаһына бушлай сәйәхәт һәм экскурсиялар ойошторолған. Сираттағы уйында ҡатнашыу өсөн 25 сентябргә тиклем этнографик уйындың рәсми сайтында теркәлергә кәрәк.