Рәсәй президенты Владимир Путин Монголия делегацияһын Өфөгә саҡырҙы

Билдәле булыуынса, быйыл октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумын ҡабул итә. Дәүләт башлығы Улан-Батыр ҡалаһына һуңғы биш йыл эсендә тәүге тапҡыр килде. Рәсми эш сәфәре барышында Владимир Путин Халхин-Гол йылғаһында Совет һәм Монгол ғәскәрҙәренең еңеүенең 85 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашты. Бынан тыш, ул Монголия вәкилдәре менән бер нисә эшлекле осрашыу үткәрҙе. Ике ил башлыҡтары сауҙа, энергетика, хәрби-техник хеҙмәттәшлек һәм мәғариф тураһында ла фекер алышты. Рәсми эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Владимир Путин Монголия делегацияһын Өфөләге халыҡ-ара спорт форумына һәм Мәскәүгә Бөйөк Еңеүҙең 80 йылығына саҡырҙы.