Шуға ҡарамаҫтан аграрийҙар яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Әле ямғырһыҙ көндөң бер генә минуты ла бушҡа үтмәй. Һөҙөмтәлә аграрийҙар миллион тонна ашлыҡты ырҙын табаҡтарына оҙатҡан. Гектар ҡеүәте лә насар түгел. Уртаса күрһәткестәрҙән юғары. Ауыл хужалығындағы эш барышы менән бөгөн тармаҡ ведомствоһы етәксеһе Илшат Фәзрахманов таныштырҙы. Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһенән Айнур Кәбиров репортажы.
Комбайндар әйтерһең дә юғалтҡан көндәрҙе ҡыуып маташа. Ләкин баҫыу краптары ваҡыт машинаһы түгел. Юғалған уңышты кире ҡайтарып булмай. Ужым культуралары сифаты яҡшынан түгел, өмөт ярауайға. Ярай ҙа уның ҡеүәте уртаса күрһәткестәрҙән юғары. Гектарынан 24 центнер тирәһе. Ямғырҙар тынғандан алып ырҙын табағына миллион тонаннан ашыу ашлыҡ һалынған.
Ураҡ ай ярымға һуңлап башланғанлыҡтан ауыл эшсәндәренә бер нисә эште бер юлы башҡарырға тура килә. Бөртөклөләр менән бергә ҡуҙаҡлы, майлы һәм тамыраҙыҡ культуралары алына. Фараздар фермерҙар файҙаһына , аграрийҙар һәр минутты файҙаланып ҡалырға тырыша.
Фараздар ҡорорға мәжбүр иткән тағы бер мөһим кампания- бероҙәм тауыш биреү көнө. Был аҙнала республика халҡы өс көн дауамында Башҡортостан башлығын һәм урындағы советтарға депутаттар һайлай. Радий Хәбиров был осорҙа йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү , тауыш биреү урындарында төрлө саралар ойоштороу мөһимлеген билдәләне.
Оператив кәңәшмәлә беренсел медицинаны модернизациялау мәсьәләһе лә өйрәнелде. Башҡортостан фельдшер-акушер пункттары һаны буйынса илдә тәүге урынды биләй. Ауыл халҡына 2 мең 85 фапта медицина ярҙамы күрһәтелә. 2019 йылдан алып ҡына 433 модулле фельдшер акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Быйыл улар һаны тағы ла 135 кә артасаҡ. Баш ҡалаға ғына беренсел медицинаны модернизациялауға 8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.
Баш ҡала булғас прәник кенә түгел, ҡамсыһын да ала. Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә халыҡтан килгән мөрәжәғәт һәм ялыуҙарға иғтибар итергә ҡушты.
Айнур Кәбиров