Бөгөн Парламент рәйесе профессиональ нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән осрашып алда торған бурыстарҙы билдәләне.
Константин Толкачев әйтеүенсә, төп маҡсат булып республика иҡтисадына, махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, уңайлы хоҡуҡи база булдырыу тора. Парламент өсөн яҙғы сессия уңышлы үткән. Был осорҙа 8 пленар ултырыш үткәрелгән, бөтәһе 128 закон проекты ҡаралған, уларҙың 103-ө закон статусына эйә булған, шулай уҡ 338 ҡарар ҡабул ителгән. Республика парламенты Дәүләт думаһына 7 федераль закон проектын һәм эксперт һығымтаһына 13 проект ебәргән. Ҡануни башланғыстар буйынса Дәүләт Йыйылышы төбәк парламенттары араһында абсолют лидер булып тора. Яҙғы сессияла күсмә ултырыштар уҙғарыу тәжрибәһе киң ҡулланылған. Депутаттар хәйриә эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан, ике депутат контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланған. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Белгород өлкә Думаһы һәм Донецк халыҡ республикаһының Халыҡ советы менән хеҙмәттәшлеге тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.