Бөгөн - Рәсәйҙә террорға ҡаршы теләктәшлек көнө. Был дата Беслан мәктәбендәге фажиғәнән һуң 2005 йылдан билдәләнә. Ошо айҡанлы бөгөн Өфөлә «Махсус хәрби операция һәм Рәсәйҙең милли төбәктәрендә терроризм һәм экстремизм идеологияһына ҡаршы тороу үҙенсәлектәре» тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, дин әһелдәре, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Бесланда һәм башҡа террор акттарында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, терроризм һәм экстремизмды профилактика буйынса алып барылған эшмәкәрлек, алда торға бурыстар тураһында фекер алышты.
Эксперттар фекеренсә, террорға ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә кәрәк, әммә тәү сиратта иҫкәртеү саралары тураһында оноторға ярамай. Айырыуса йәштәр өсөн көрәшеү мөһим. Сөнки экстремистар психологик яҡтан өлгөрөп етмәгән быуынды үҙҙәренең радикал ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа файҙалана. Экстремизм һәм терроризмға ҡаршы көрәш дәүләттең генә түгел, граждандар йәмғиәте вәкилдәренең бурысы ла, тип билдәләнде кәңәшмәлә. Белгестәр әйтеүенсә, әлеге көндә һуғыш яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт даирәһендә лә бара. Был ҡатмарлы шарттарҙа бирешмәү өсөн берҙәм, рухи ныҡлыҡ, милләт-ара татыулыҡ талап ителә. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар мөһим әһәмиәткә эйә булған бер нисә мәсьәләне тикшерҙе. Улар иҫәбендә экстремизмға һәм террорға көрәш тураһындағы ҡануниәттең үтәлешенә прокурор күҙәтеүе, йәштәр менән заманса тәрбиәүи эш практикаһы, буласаҡ педагогтарҙың үҫеп килгән быуында мәғлүмәт иммунитетын булдырыуға әҙерлеге һәм башҡалар. Был бурыстар терроризм һәм экстремизм иделогоияһына ҡаршы көрәш буйынса комплекслы планда ла ҡаралған. Стратегик документ былтыр Рәсәй Президенты тарафынан ҡабул ителгән.