Туймазыла айти технологияһы базаһын туплау мөмкинлеге тормошҡа ашырыла

Башланғыс белем менән бергә, айти технологияһы базаһын туплау мөмкинлеге Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында тормошҡа ашырыла. «Һанлы мәғариф мөхите» федераль проекты сиктәрендә учреждениела быйыл алты кабинет йыһазландырыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында интерактив башҡорт теле. Әгәр ҙә быға тиклем уҡытыусылар уҡыу программаһын таҡтаға аҡбур һыҙып аңлатһа, бөгөн эш тулыһынса заманса шарттарға ҡоролған. 27 йыл хеҙмәт стажы булған педагогтың үҙенә лә был алым ҡыҙыҡлы.

Әйткәндәй, башҡорт теле кабинеты республиканың дәүләт телен һаҡлау һәм үҫтереү гранты ярҙамында йыһазландырылған. Әгәр ҙә Туймазы ҡалаһының 1-се гимназияһында 852 бала белем алһа, уларҙың яртыһы тиерлек башҡорт телен әсә теле булараҡ өйрәнә. Ошонда уҡ уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Камил Йыһаншин музейы менән таныша ала. Ул республикала берҙән-бер. Бында әҙиптең тормош һәм ижад юлы тотошлай күҙ алдына баҫа.

Гимназия республикалағы бар проекттарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Һәм уңышлы файҙалана ла. «Сәләмәт йылмайыу» проекты, мәҫәлән.

Ә иһә шайморатовсылар класы төбәктең ғорурлығы. Гимназистар республика, ил кимәлендә ойошторолған һәр сарала ҡатнаша. Бөгөн улар «Иң яҡшы Шайморатов класы» конкурсына әҙерләнә. Бының өсөн туймазылар уҡыу кабинетын штаб тип ойоштороп, төрлө яҡлап биҙәргә тырышҡан.

Быларҙың барыһы ла республика башлығы Радий Хәбировтың мәғариф системаһына төплө иғтибары ярҙамында тормошҡа ашырыла. Туймазылар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә. Махсус хәрби операция яугирҙары өсөн урында маскировка селтәрҙәре үрелә, хеҙмәт дәрестәрендә яугирҙарға эске кейемдәр, пледтар тегелә. Материалдар менән урындағы предприятиелар тәьмин итә. Ә яңы уҡыу йылында туймазылар тағы бер яңылыҡты үҙләштерергә иҫәп тота. «IT-куб» исеме аҫтында алты кабинетты йыһазландырыу бурысы ҡуйылған. Әлеге ваҡытта икеһендә лә эш тамамланған.

Азат Ғәлиуллин