Өфөнөң генерал Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендәге юл үткәргес яҡын арала файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Ул 80 процентҡа әҙер, тип баһалана. Ике кимәлле алты һыҙатлы юл үткәргес «клевер япрағы» тибы буйынса проектланған. Ул төҙөлөп ятҡан Генерал Рыленко һәм реконструкцияланған Пугачев һәм Бородинская урамдарын тоташтырасаҡ. Объект «Көньяҡ ҡапҡа» территорияһын комплекслы үҫтереү проекты буйынса төҙөлә. Юл үткәргестән тыш, ҡоролма үҙ эсенә 2 километрҙан ашыу автомобиль юл участкаһын ала. Шулай уҡ унда йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һәм ике йәмәғәт транспорты туҡталышы буласаҡ. Әлеге мәлдә объектта канализация селтәрҙәре үҙгәртеп ҡорола, Бородинская урамы буйлап инженер коммуникациялары һәм Пугачев урамында яҡтыртыу ҡоролмалары монтажлана, асфальт түшәлә. Юл үткәргес тәүлегенә 48-50 мең автомобилде үткәрә аласаҡ.