Ул Белорет ҡала поликлиникаһы биләмәһендә урынлаштырылды. Даян Денисламов бында 30 йылдан ашыу эшләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнаша, быйыл февралдә яралыларҙы ҡотҡарған ваҡытта һәләк була. "Даян Ғәли улын халыҡ хөрмәт итте. Ул изге йөрәкле кеше ине. Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән табиб тураһында хәтер һаҡланасаҡ", - тип яҙа социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.