Йылайырҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Муха” позывнойлы яугир һуғыш яланынан яралы һалдаттарҙы эвакуациялауҙа күрһәткән батырлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Юғары награданы уға район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов тапшырҙы. “Беҙ хәрбиҙәребеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламауын эше менән иҫбатлай. Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ”, – тип яҙған Борис Мелкоедов.