Радий Хәбиров Республика көнөн үткәреүгә бәйле указға ҡул ҡуйҙы

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күрҙе. Дәүләт байрамына әҙерлек һәм уны юғары кимәлдә уҙғарыуға бәйле ойоштороу комитеты булдырыла. Район һәм ҡалаларҙа Республика көнөнә бәйле тантаналы ултырыштар, мәҙәни-күңел асыу һәм спорт саралары үткәреү бурысы ҡуйыла. Ауылдар һәм ҡалаларҙа урамдар, майҙандар һәм биналар байрамса биҙәлергә тейеш. Күмәк халыҡ саралары барышында полицияға хәүефһеҙлекте тәьмин итеү талап ителә. Башҡортостан республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны ҡабул итеүгә быйыл 34 йыл тула. Республика көнө, 11 октябрь, хеҙмәт календарына ярашлы ял була.