Башҡортостанда халыҡ-ара балалар театры фестивале ойошторола

“Ҡолонсаҡ” тип аталған сара киләһе йылда үткәрелә. Республика Башлығы тейешле указға ҡул ҡуйған. Халыҡ-ара балалар театры фестивале өс йылға бер уҙғарылып киләсәк. Унда Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән театр коллективтары ҡатнаша ала. Республика Хөкүмәтенә ойоштороу комитеты булдырыу һәм финанслау сығанаҡтарын асыҡланыу бурысы ҡуйыла. “Ҡолонсаҡ” халыҡ-ара балалар театры фестивале уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уңышлы үткәрелеп килде.