Евразия фәнни-мәғариф үҙәге федераль грантҡа эйә булды

Абруйлы исемлектә 15 уҡыу йорто бар. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, фәнни-мәғариф үҙәктәренә 2,8 миллиард һум йүнәлтелә. Өфөләге уҡыу йортона 187 миллион һум йүнәлтелә. Был аҡсаны заманса ҡорамалдар һатып алыу, лабораторияларҙы йыһазландырыу, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотонорға була. Әле Евразия фәнни-мәғариф үҙәге алдағы 5 йыллыҡҡа эшмәкәрлек программаһын әҙерләй. Быға тиклем фәнни-тәбиғи, техник һәм технологик проекттар үҫешһә, киләсәктә гуманитар тикшеренеүҙәргә лә күберәк иғтибарҙы йүнәлтеү ҡарала.