Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына юбилей миҙалы булдырылды

Президент Владимир Путин тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, түңәрәк миҙал алтын төҫтәге металдан яһала. Уның ал яғында Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙаған яугир төшөрөлә. Миҙалдың арт яғында “Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы” тигән яҙыу уйыла. Рәсәй Хөкүмәтенә награданы эшләү бурысы йөкмәтелә. Юбилей миҙалы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, элекке концлагерь тотҡондары бүләкләнә.