Башҡортостанда йылытыу миҙгеленә әҙерлек баһаланды

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан белдереүҙәренсә, инспекторҙар район һәм ҡалалар буйлап йөрөп сыҡты. Әле торлаҡ йорттарҙың 76,5 проценты көҙгө-ҡышҡы осорға әҙер. Белгестәр етешһеҙлектәрҙе лә асыҡлаған. Улар йылытыу миҙгеленә тиклем бөтөрөлөргә тейеш. Быйыл беҙҙең республикаға коммуналь инфраструктураны яңыртыу өсөн федераль үҙәктән 10 миллиард һум йүнәлтелде.