Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителгән. Проект барышында 25 район һәм ҡалала осрашыуҙар үтте. Унда халыҡҡа Өфөгә вахта менән йөрөп эшләргә тәҡдим ителде. Сентябрҙә “Башҡорт вахтаһы” проектына бәйле осрашыуҙар Көйөргәҙе, Салауат, Күгәрсен һәм Асҡын райондарында уҙа.