Өфөгә Керамика ауылын ҡушыу планлаштырыла

Хакимиәт 6 сентябргә тиклем документтар әҙерләргә тейеш, республика парламентына муниципалитет сиктәрен үҙгәртеү тураһында мөрәжәғәт тапшырыла. Сығымдар ҡала бюджетынан финанслана. Керамика ауылы уҙған быуаттың 50-се йылдарында Өфө моторҙар эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре өсөн төҙөлә. Әле ул Благовещен районының Туғай ауыл биләмәһенә ҡарай.